Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре 44 йәшлек «Өфө фанер комбинаты» ЯСЙ-һы етәксеһе ҡулға алына.
Етәксе 95 хеҙмәткәргә ҡарата яҡынса илле миллион һум күләмендә хеҙмәт хаҡы түләмәүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдың ноябрь айынан алып ағымдағы йылдың мартына тиклем етәксе 950 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләмәгән. Эшселәр алдында бурыс яҡынса илле миллион һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ойошманың хеҙмәт хаҡы түләргә мөмкинлеге булған.
Хәҙерге ваҡытта енәйәт эшенең сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү эше дауам итә.




