Благовещен районында урындағы халыҡтың ялыуы буйынса тикшереү эше үтә. Билдәле булыуынса, «Һыу селтәре» ойошмаһы халыҡтың мөрәжәғәтен тейешле кимәлдә ҡарамаған.
Ойошмаға урындағы халыҡтан ете ғариза ҡабул ителгән. Ойошма хеҙмәткәрҙәре өс ғаризаны кире ҡаҡҡан. Ҡалғандары буйынса бер генә дөйөм яуап әҙерләнгән.
Прокуратура был эште тикшергәндән һуң, бар ғаризалар тейешле кимәлдә ҡарала. Өс кешене яуаплылыҡҡа тарттыралар. Етәксегә һәм баш инженерға егерме мең һум күләмендә штраф һалына.




