Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ

Шаршамбы, 25 апрель, республика биләмәһендә ҡарлы ямғыр яуыуы көтөлә.

Фото №1 - Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, иртәгә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ ҡарлы ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ туғыҙ градус йылы, төндә биш градусҡаса һыуытасаҡ. Юлдарҙа- боҙлауыҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың көньяҡ райондарында ҡар яуып үтте. Социаль селтәр ҡулланыусылары Күмертау, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондарының ҡарлы урамдарын фотоға төшөрөп, интернет селтәренә һалғандар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ