Прокуратура Салауат ҡалаһында йәшәүсе хаҡлы ялдағы инәйҙе бушлай дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушты. 76 йәшлек ҡатында яман шеш сирен табалар һәм уға ҡыйбатлы дарыуҙар яҙалар.
Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, билдәләнгән дарыуҙар араһында яман шешҡа ҡаршы утыҙ мең һумға торошло ҡыйбатлы препарат та була. Дауахана табиптары инәйҙе бушлай дарыуҙар менән тәьмин итмәй. Улар Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ваҡытһыҙ заявка ебәрә һәм сирлегә дарыу биреүҙән баш тарталар. Һөҙөмтәлә, 2017 йылда пенсионер ике тапҡыр медикаменттар менән тәьмин ителә, ә быйыл бөтөнләй дарыуҙар ала алмай
«Медсервис» ЯСЙ-һына һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сирлене тейешле күләмдә бушлай дарыуҙар менән тәьмин итергә ҡушылды.
Фото: Интернет




