Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәрен эткән өсөн, Чечен Республикаһы гражданины штраф ала

Өфөлә Чечен Республикаһы гражданины иҫерек килеш полиция хеҙмәткәрҙәрен эткән.

Фото №1 - Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәрен эткән өсөн, Чечен Республикаһы гражданины штраф ала

Башҡортостан Республикаһы Юғары судының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе дуҫтары менән алкоголь эсемлек ҡулланғандан һуң, урамға сығып, йәмәғәт тыныслығын боҙалар. Уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата.

Полиция посында иҫерер ир ике ҡулы менән полиция хеҙмәткәрен этә төртә һәм ваҡиға урынан ҡаса.

Суд барышында ғәйепләнеүсе, яңылыш эләгеп, полиция хеҙмәткәрен эттем, ҡасырға уйламаным, тип белдерә. Өфөнөң Ленин районы суды Чечен Республикаһы гражданинын ғәйепле тип таный һәм уға 15 мең һум күләмендә штраф һала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ