Социаль тигеҙһеҙлек һәм лайыҡлы тормош

Өфөлә Рәсәй йәмәғәт палатаһының Волга буйын федераль округы форумы үтә. Абруйлы сарала илдең билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Форумдың программаһы бик бай, уны власть, бизнес һәм йәмәғәтселек араһындағы диалог тип атарға мөмкин. Пленар ултырыштан һуң 10-дан ашыу йүнәлеш буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ҡаралған. Коррупция бөтәсәкме, социаль тигеҙһеҙлекте нисек кәметергә мөмкин?

Социаль тигеҙһеҙлек тотош ил иҡтисадын тотҡарлаусы фактор булып тора. Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнәмәһендә алты йыл эсендә ярлылыҡ күрһәткесен ике тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла. Форумда билдәләнеүенсә, төбәктәр араһындағы айырманы тигеҙләү мотлаҡ, был кадрҙар проблемаһына килтерә. Мәҫәлән, пенсиялар ил буйынса бер төрлө, ә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы айырыла. Һөҙөмтәлә алдынғы педагогтар күберәк түләнгән яҡҡа китәсәк. Шуға күрә һәр бер төбәктә йәшәү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу мотлаҡ, тине Валерий Фадеев. Уның фекеренсә, корупция 30-50 йылдан юҡҡа сығасаҡ, ә социаль тигеҙһеҙлек менән көрәшеүе ҡатмарлыраҡ.

“Тигеҙһеҙлек барыбер ҡаласаҡ. Советтар Союзында бындай тигеҙһеҙлекте юҡҡа сығарыу уңышһыҙлыҡ менән тамамланды. Йәмғиәттең тигеҙһеҙлеккә ризә булыуы кәрәк, әгәр халыҡ ризалашмаһа, был проблема һәм уны хәл итергә кәрәк”.

Валерий Фадеев, Рәсәй йәмәғәт палатаһы секретары

Халыҡтың тын алышын йәмәғәт ойошмаларынан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Башҡортостанда улар 5 меңдән ашыу. Константин Толкачев фекеренсә, кешеләрҙең йәшәйешен, проблемаларын белгәндә генә эш йүнәлештәрен билдәләүе еңелерәк. Мәҫәлән, вахта ысулы менән эшләүселәрҙең артыуы тағы бер проблеманы аса.

“Беҙҙә төбәк-ара миграция ҙур. Күп кешеләр сит яҡта эшләп, шунда эш хаҡынан налог түләй, аҙаҡ бында ҡайтып социаль льготалар менән ҡулланалар. Беҙгә бынан файҙа теймәй, ошо йәһәттән ғәҙеллекурынлаштырғыбыҙ килә”.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Лайыҡлы тормош һәр бер ғаиләнән, ауыл-ҡалаларҙан башлана. Тәү сиратта эш урыны, матди тотороҡлоҡ ғаилә ныҡлығының нигеҙе булып тора. Йәғни барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра тигән һымаҡ. Төбәктәрҙә эш урындарын арттырыу миграция ағымын да кәметә. Ауыл хужалығы кооперативтарын асыу ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектең береһе.

“Кооператив системаһы эшләй башлаһа, кешеләр берләшәсәк һәм эш урындарын табасаҡ. Был ваҡытта ауылдан күсеү туҡталыр, тип уйлайым”.

Ирек Сакаев, Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры

Социаль тигеҙһеҙлек матди торош ҡына түгел, рухи бүленеш тә бар. Һүҙ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында. Йәғни беҙҙең йәмғиәттә уларға ҡарата яңылыш ҡараш формалашҡан, ә был категория бер яғы менән дә кәм түгел. Форумда ошо ҡалыптарҙы үҙгәртеү мәсьәләһе лә күтәрелә.

“Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлөбөҙ, ер йөҙөнә лә шулай киләбеҙ”.

Ксения Алферова, актриса, "Я есть" хәйриә фондын ойоштороусы

Йәмғиәт ҡарашына матбуғат саралары ла йоғонто яһай. Уларҙың эшмәкәрлегенән кешелектең теге йәки был күренешкә дөрөҫ мөнәсәбәте формалаша. Шуға күрә бөгөнгө сарала социаль проблемаларҙы матбуғат сараларында яҡтыртыу хаҡында ла һүҙ булды. Форум буйынса бар тәҡдимдәр Рәсәй граждандар йәмғиәтенең торошо буйынса йыллыҡ докладҡа индерелә һәм ил президентына тапшырыла.

Социаль тигеҙһеҙлек киң төшөнсә, пенсия йә пособиеға көн иткән кешенең эше булған һәр кемде хәлле тип иҫәпләүе мөмкин. Үтә байҙар күҙлегенән ҡарағанда уртаса йәшәгәндәр ҙә мохтажлыҡ кисерә һымаҡ. Форумда ошо социаль айырманы кәметеү, бөтөрөү юлдары хаҡында һүҙ барҙы, ә бының өсөн тотош йәмәғәтселектең матди хәлен яҡшыртыу талап ителә. Йәғни проблема эш урындары асыуға, уртаса хеҙмәт хаҡын күтәреүгә барып тоташа.

Автор: Рәмзиә Кәримова.