Социаль торлаҡ төҙөлөшө буйынса республиканың күрһәткестәре яҡшы. Был турала Рәсәй йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор билдәләп үтте.
Бөгөн ул Өфөнөң "Кузнецов Затоны" микрорайоны миҫалында төбәктә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсереү программаһының тормошҡа ашырылыуын ҡараны. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, әлегә Башҡортостанда 80 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Маргарита Миронова 86 йәшен тултырғас ҡына, авария хәлендәге торлаҡтан яңыһына күсеү бәхетенә ирешә. Былтыр сентябрҙә ул ғаиләһе менән фатир туйлай. "Иҫке баракта йәшәп, сәләмәтлегемде бөтөрҙөм,"-ти күҙ йәштәрен тыйып ханым. Хәҙер ул аяҡ-ҡулдарын тоймай, шулай ҙа күңеле көр, шат. Яңы торлаҡта бәхетле ҡартлыҡ өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Иң мөһиме ремонт та эшләргә тура килмәй.
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу барышында 2013-2017 йылдарҙа республикала 389 күп фатирлы йорт төҙөлгән. Дөйөм финанслау күләме - яҡынса 14 миллиард һум тәшкил итә. Өфөнөң "Кузнецов Затоны" микрорайонында ғына социаль торлаҡ алыусылар һаны мең ярымға еткән. Бөгөн Рәсәй йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм юлдар буйынса комиссияһы рәйесе Игорь Шпектор социаль программалар буйынса күтәртелгән йорттарҙың сифатын юғары баһаланы.
Бөгөн республикала социаль программалар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта 80 меңгә яҡын ғаилә тора. Уларҙың бер өлөшө тиҙҙән фатир асҡыстарын аласаҡ. Кузнецов Затоны микрорайонында социаль торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара.
Социаль торлаҡ күтәрткәндә, урында инфраструктура үҫешенә лә иғтибар бүленә. Балалар уйын майҙансыҡтары, парковка урындары булдырыла. Әйткәндәй, төҙөлөш барышында биләмәлә инженер селтәрҙәрен һалыуға республика бюджетынан да финанстар бүленә.




