Бушлай дарыу менән тәьмин итеү

"Иртән -аҡса, кис- ултырғыс"- билдәле совет фильмындағы ҡанатлы һүҙҙәр көнүҙәклеген юғалтмай. Киләсәктә бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү тап ошо принцип менән эшләйәсәк.

Фото №1 - Бушлай дарыу менән тәьмин итеү

Быйылдан граждандарҙы бушлай дарыу препараттары менән тәьмин итеү өсөн ғариза биреүсе медицина учреждениеһы иҫәбендә тейешле суммала аҡса булырға тейеш. Тап ошо система индерелеү сәбәпле, ауыр сирлеләргә препараттар алыуҙа бер аҙ тотҡарлыҡ барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда йәшәүсе сирлеләрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә фирҡә һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡараны.

Льготалы һәм бушлай дарыуҙар өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан 2 миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Бөтәһе лә үҙ көсөндә ҡала, кемгә дарыуҙар бирелергә тейеш, улар препараттар менән тәьмин ителәсәк , тиелде брифингта. Шулай ҙа был юҫыҡта тағы ла 500 миллион һум аҡса етмәүе күҙәтелә. 2005 йылдан иһә, граждандарға препаратты аҡсалата алыу мөмкинлеге тыуҙы. Тап шул арҡала ҡайһы бер сирлеләр дарыу урынына аҡса ала, әммә уны башҡа маҡсатта файҙалана. Һөҙөмтәлә ул сирләп киткән осраҡта ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға дауалау уҙғарыла.

Бушлай дарыуҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, һирәк осрай торған нәҫел сиренән, шәкәр диабетынан интегеүселәргә һәм башҡаларға тәғәйенләнә.

“Препараттар һатып алыуҙа талаптар үҙгәрҙе. Элек дарыуҙарға ғариза биреп документтар тултырыу барышында уға түләү мөмкин булһа, хәҙер алдан уҡ сумма медицина учреждениеһы иҫәбендә ятырға тейеш. Поставщик шул осраҡта ғына препараттар ебәрә. Шулай уҡ бер партия дарыуҙың ялған булыуы арҡаһында тотҡарлыҡ килеп сыҡты”.

Рөстәм Мөхәмәтйәнов, Рәсәй һаулыҡ һаҡлауҙы күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы бүлеге мөдире

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ