Быға республика һауа ҡапҡаһында сыҡҡан янғын сәбәпсе була. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарамаҫтан самолеттар теҙмәһендә тотҡарлыҡлыҡтар теркәлмәгән.
Күнекмәләр планы буйынса, аэропорт залдарының береһендә шартлы янғын сыға. Диспетчер шунда уҡ халыҡҡа урамға сығырға ҡуша. Хеҙмәткәрҙәр һәм пассажирҙар кинәт ҡурҡыу тойғоһона бирелмәй бинаны бушата. Ә был арала ваҡиға урынына бер нисә берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм ашығыс медицина ярҙамы килә. Шартлы утты һүндергән ваҡытта улар ике кешенең зыян күреүен асыҡлай. Һөрөм менән ағыуланыусыларға тейешле ярҙам күрһәтелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, республикалағы сираттағы профилактик сара махсус хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итеүен күрһәтте.
Янғын һүндереүселәрҙең күнекмәләрен пассажирҙар һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәре ситтән күҙәтеп торҙо. Улар бындай уҡыуҙарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлай, сөнки барыһы ла ысынбарлыҡтағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Ярты сәғәт самаһы урамда торғандан һуң кешеләргә бинаға инергә рөхсәт бирелде. Бер генә пассажирҙың да самолеттарға һуңлауы теркәлмәне.




