Бөгөн сарала ҡатнашыусылар өлкәнең Тацинск ҡалаһында туҡтылды. Урындағы мемориалға сәскәләр һалынды, яугирҙәрҙы иҫкә алыу митингы үтте.
Өлкәнең Обливская районында төбәк-ара хәтер вахтаһы асылды. Эҙәрмәндәр Ростов өлкәһендә тәүге тапҡыр башҡорт атлылары һуғышҡан урындарҙа ҡаҙыныу эштәре алып бара. Башҡортостан һәм Ростов өлкәһе эҙәрмәндәренең лагере Фроловка утары янында урынлашҡан. Ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәр буйынса был тирәлә ике көн эсендә генә мең ярым самаһы Башҡортостан яугиры башын һалған.
Автосәйәхәт Белая Калитва ҡалаһында атаевсыларҙың ҡаһарманлығын һынландырған мемориал янында тамамлана. Уның һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҙа ҡаралған.




