100 йыллыҡҡа яңы китап

Баймак районы Башҡортостандың 100 йыллығына “Ауыл хужалығы тармағының 100 шәхесе”, тигән китап сығарҙы. Урындағы журналистика ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тармак хеҙмәткәрҙәре ярҙамында төҙөлгән был баҫма үткән быуаттың коллективлашыу осоронан алып бөгөнгө көндәргә тиклем арауыкты үҙ эсенә алған. Ошо көндәрҙә районда китаптың исем туйы үтте.

Баймаҡ еренең 100 геройы, төрлө йылдарҙа ауыл хужалығының үҫешенә тос өлөш индергән 100 етәксе. Тыуған еренә ереккән ир яҙмыштары. Ауыр һуғыш йылдарында колхоз менән идара итеп, 1941 йылда дәүләткә иген планын 110 процентҡа үтәгән Яҡуп Аҡназаровтың улы Дамир был баҫманы ғорурлыҡ менән ҡулына ала.

500 данала баҫылып сыккан баҫма уның ысын мәғәнәһендә үҙенең тормошон ер эшенә бағышлаған кешеләргә мәдхиә йырлау ул. Китап әҙерләнгән вакытта 587 шәхестең исеме асыкланған,колхоздар. совхоздар тарихында быға тиклем билдәле булмаған дәлилдәр өҫкә сыккан. Унын геройҙары куренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре Рамаҙан өмөтбаев, Вилким Мәксүтов, Милләт Хәкимов, Рәис Имамовтан алып, төрлө осорҙарҙа район колхоз совхоздары меннә идара иткән ысын шәхестәр.

“Беҙ етештереү һәм эшкәртеү өлкәһе тураһында ла уйланған инек. Беренсе китап ауыл хужалығы тураһында сыҡты”.

Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы

Китап авторҙары Баймак журналистикаһы ветерандары Гүзәл Ниғәмәтова,Рәшит Үтәев һәм йәмәғәт эшмәкәре Ирек Бикмәтов был баҫманы әле башланғыс кына тип билдәләне. Ошоға тиклем йыйылған бай материалдар киләһе китапта сағылыш табасак.

Тарихыбыҙҙың һәр дәүере әһәмиәтле. Элеккеһе, бөгөнгөһө, иртәгәһе – китапта шул турала һүҙ бара, тип өҫтәй китап авторҙашы Ирек Бикмәтов.

Бөгөнгө интернет, алдынғы технологиялар заманында кулға тотоп укый торған китаптын абруйы төшмәй әле. Кеше күнеле онотһа ла, ташка баҫылғанды, акка кара менән яҙылғанды ситкә ташлап булмай.Күп быуындарөсөн тәрбиә, ғорурлык китабы буласак был баҫма Баймактарға ҙур бүләк булды.

Автор: Гөлнур Ишбулатова.