Салауат районы Арҡауыл ауылында йәшәүсе Хәнифә Искәндәрова туҡһан йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, һаман да сафта. Тирә-яҡ ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөй. Тиҫтәнән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдыра.
Егерме-утыҙ йыл үтеп, уларҙан һуң йөҙәрләгән малай-ҡыҙҙарҙы уҡытып сығарһа ла, Хәнифә Сираж ҡыҙы фотолағы уҡыусыларын исемләп белә. Һәр береһенең холҡон, дәрес ваҡытында ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе кисә генә булған кеүек, тасуирлап һөйләй. 45 йыл биология фәне серҙәрен төшөндөргән ханым райондың Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ, Мәсәғүт ауылдарында ла уҡыта. Хәнифә Сираж ҡыҙына ауыр һуғыш йылдарында кем генә булып эшләргә тура килмәй, шулай ҙа ғаилә династияһын дауам итеп ул уҡытыусы һөнәрен һайлай.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Өс балаһына терәк, 15 ейән-ейәнсәренең яратҡан өләсәһе.
Хәнифә Искәндәрованың йортонда ваҡытлы матбуғат басмаларының, китаптарҙың ниндайе генә юҡ. Һәр бүлмә айырым бер өлкәгә арналған. Туҡһан йәшен тултырған оло йәштәге ханым тиҫтәнән ашыу гәзит-журнал алдыра. Күп уҡығанға бөтә яңылыҡтарҙы белеп тора, юҡҡа ғына уға төбәктең иң күп китап уҡыусыһы исеме бирелмәгән.
Заман менән бергә атларға тырышҡан мәғариф ветераны тормошто телевидение экрандарынан да күҙәтә. Район мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла йыш йөрөй. Йәнле әңгәмә барышында ул малай-ҡыҙҙарҙы хеҙмәт һөйөп үҫергә саҡыра. Биологияны китаптарҙан ғына аңлап булмай, тигән фекерҙә ул. Шуға ла үҙе эшләгән ваҡытта тәүгеләрҙән булып мәктәп яны участкаһын булдыра, уҡыусылар менән берлектә тәжрибәләр үткәрә.
Хәнифә Искәндәрованың уҡытыу методикаһын республика мәктәптәре лә уңышлы ҡуллана башлай. Уҡытыусының фәнни эштәре, күргәҙмәләре Рәсәй кимәлендә алдынғы урындарға лайыҡ була. Туҡһан йәшен тултырған оло йәштәге ханым яулаған уңыштарын һанамай, үҙе әйтеүенсә, уның өсөн иң мөһиме - уҡыусыларының тормошта үҙ урынын табыуы.




