Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары яндырылмаясаҡ

Экология мәсьәләһе бөгөн республика башлығының Рәсәй йәмәғәт палатаһы сектретары Валерий Фадеев менән осрашыуында күтәрелде. Яҡтар шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү, төрлө формалағы бизнестың хеҙмәттәшлеге, агросәнәғәт комплексын нығытыу, төбәктә туризмды үҫтереүгә арналған һорауҙар буйынса ла фекер алышты.

Фото №1 - Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары яндырылмаясаҡ

Рөстәм Хәмитов республикала ғәмәлгә ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән таныштырҙы, шулай уҡ илдең башҡа субъектары менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын һаҡлау, айырыу һәм эшкәртеү өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙер булыуын белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов: “Мин яндырыуға ҡаршы. Мин был һорауҙы профессиональ кимәлдә тикшергәнем бар. Беҙ бер ҡасан да был темаға килмәйәсәкбеҙ. Япондар күп тапҡыр тәҡдимдәр яһаны. Юҡ. Беҙ сүп-сарҙы айырып йыйып яңынан эшкәртәсәкбеҙ, күмәсәкбеҙ”.

Осрашыу барышында күҙәтеүселәр темаһы ла күтәрелде. 18 мартта республикала уларҙың һаны 10 меңгә барып еткән, йәғни һәр бер һайлау участкаһына өсөшәр күҙәтеүсе тура килгән. Илдең йәмәғәт палатаһы секретары фекеренсә, Башҡортостан был йәһәттән һоҡландырғыс күрһәткескә өлгәшкән. Шуға ла Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы республика тәжрибәһен башҡа һайлау кампанияларында таратырға ҡарар иткән.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ