Бөгөн Менделеев урамында суд приставтары ярҙамында бер шиномонтаж оҫтаханаһының эше туҡтатылды.
Мәғлүмәттәр буйынса, ул законһыҙ эшләгән. Был хаҡта күптән иҫкәртелһә лә, шиндар ремонтлау эше алып барылған. Әммә эшҡыуар үҙ килемен суд приставтарына сығарып һалырға теләмәне, ул эскә инеп бикләнде. Милеккә исемлек төҙөү өсөн ишекте болгарка менән асып инергә тура килде.




