ТНТ каналын ҡарамағыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты халыҡҡа ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Ул Руслан Белыйҙың милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында һәм башҡорт теленә ҡағылышлы насар һүҙҙәр һөйләүе менән бәйле.

Фото №1 - ТНТ каналын ҡарамағыҙ!

Телеканалдың Өфөлә йөҙҙән ашыу пиплметры бар һәм тап улар аша каналдың рейтингы билдәләнә. Комитет республикала һәм унан ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы 27 апрелдән 30 майға тиклем ТНТ каналын тоҡандырмаҫҡа саҡыра. Уҙған аҙнала Ҡоролтай Рәсәй һәм республика прокуратураларына,ТНТ каналы етәкселегенә хат яҙҙы. Халыҡтан ҡултамға йыйыу ойошторолдо. Милләт батыры һәм телебеҙҙе яҡлап меңдән ашыу кеше имза ҡуйған. Бынан тыш, бер төркөм башҡорт егеттәре гастролдә йөрөгән кәмитсене эҙләп Ульяновскиға тиклем барып етте. Әммә ТНТ етәкселегенән һәм Руслан Белыйҙан әлегә ғәфү үтенеү булманы.

“Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы исеменән Башҡортостан халҡына һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ: 27 апрелдән 30 майға тиклем ТНТ каналын ҡарамағыҙ”.

Әмир Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ