Сараны Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов ойоштороған. Фестивалдең төп маҡсаты – йәш башҡарыусыларҙы яҡлау һәм Рәсәйҙең йәш, талантлы йырсыларын бергә туплау.
Илдар Абдразаҡов һирәк һәм бай палитралы бас тауышлы йырсы. Быйыл ул үҙенең ижади эшмәкәрлегенең егерме йыллығын билдәләйәйсәк. Донъяның иң абруйлы сәхнәләрендә сығыш яһаусы маэстро юбилей йылында сығыштарын тыуған ҡалаһынан башлауы оло мәғәнәгә эйә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Илдар Абдразаҡов менән виолончелист Борислав Струлев, вокалист һәм кино сәнғәте академигы баянсы- Айҙар Ғәйнуллиндар сығыш яһаны. Концерт милли симфоник оркестр ҡатнашлығында үтте. Джузеппе Вердиҙың "Дон Карлос" операһынан Король Филлип арияһы яңғырай.
"Йырсының тауышы бик кәрәкле һәм нескә ҡорал, уны урынлы һәм дөрөҫ ҡулланып үҫтерә белергә кәрәк," ти ике тапҡыр гремми эйәһе маэстро Илдар Абдразаҡов. Миләүшә Мортазинаның, Елена Образцова, Валерий Гергиев, Ирина Архиповаларҙың уҡыусыһы үҙенең оҫталығын һәм тәжрибәһен йәштәр менән дә ихлас бүлешә
Фестивалде йомғаҡлаусы гала-концертҡа иң яҡшы уҡыусылар һайлап алынасаҡ. Улар йондоҙҙар менән бергә сығыш яһау бәхетенә ирешәсәк. Фестивалдән йыйылған сығымдар "Мәрхәмәт" хәйрийә фонды аша етем ҡалған һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлауға йүнәлтеләсәк.
Метрополитен опера, Ла-скала , Вена һәм Цюрих опера театрҙары солисының сығыштары 2021 йылға тиклем алдан билдәләнгән. Тығыҙ график буйынса эшләүсе бөтә донъяға билдәле опера йырсыһы өсөн иң көтөп алған сығыштар һәм уны танһыҡ күргән тамашасы әлбиттә, Өфөлә, йырсының тыуған ҡалаһында.




