Әбйәлил районында мөнәжәтселәр майҙан тотто

Ауыҙ-тел ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Сарала был юлы оло быуын вәкилдәре менән бергә балалар ҙа сығыш яһаны.

Ҡумыҙ көйөнә думбыра сиртеп уйнаусы Гөлнур Ильясова. Асҡар ауылының балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһенең был конкурста тәүгә ҡатнашыуы. Башҡа конкурс-фестивалдәрҙән айырмалы, мөнәжәт уҡыу күпкә ауырыраҡ. Сөнки уны яттан белеүҙән бигерәк, тыңлаусыларға йөкмәткеһен еткереү ҙә мөһим.

Мөнәжәтселәр бәйгеһендә мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә бар ине.

Артабан сараны төбәктә йәшәүсе оло быуын кешеләре дауам итте. Берәүҙәр сәхнәлә яңғыҙы, икенселәре ауылдаштары менән бергә сығыш яһаны.

“Атайым һөйләүенсә, мин бик динле булғанмын, бала саҡтан уҡ мөнәжәт ятлап алғанмын. 27 йыл намаҙ уҡыйым, бер ураҙаны ла ҡалдырғаным юҡ. Боронғоса дин тотамын”.

Сәүҙә Искәнйәрова, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе

“Мөнәжәт әйтеү һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Мөнәжәт әйткән кеше тын юлы ауырыуҙары менән ауырымай. Баш мейеһенә лә ыңғай йоғонто яһай, аңды үҫтерә”.

Нәйлә Ирғәлина, Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүсе

Бөгөн һирәгерәк яңғыраһа ла, халыҡ мөнәжәттәренең йәш быуынды тәрбиәләүҙә роле ҙур, ти сарала ҡатнашыусылар. Конкурстың маҡсаты ла үҫеп килеүсе быуында рухи мираҫ нигеҙендә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү ине. Конкурсҡа Белорет районы Сосновка ауылынан килеүсе мөнәжәтселәр ҙә конкурс темаһынан ситкә тайпылманы.

4-се тапҡыр ойошторолған конкурстың йөкмәткеһе йылдан-йыл байый. Быға тиклем мөнәжәт-нәсихәттәрҙе бәйет һәм ҡобайыр жанрҙары менән бутап сығыш яһаусылар осра¬һа, хәҙер бәйгеселәр халыҡ араһында һирәк ишетелгән өлгөләрҙе боронғоса баш¬ҡарыу оҫталығы менән хайран итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.