Иртәгә йәш юлаевсылар Мәскәүҙең "ЦСКА" клубы менән көс һынаша. Көнсығыш конференция финалында Александр Жмаев тәрбиәләнеүселәре Омскиҙың "Авангард" клубы менән осрашып, буллиттарҙа 6:5 иҫәбе менән еңеү яуланы. Ә уға тиклем Өфө клубы Магнитогорскиҙың "Металлург", Хабаровскиҙың "Амур", Новосибирскиҙың "Себер" командаларын ҡыйратты.
Әйткәндәй, "Газпром нефть Кубогы" Европала 11 йәшлек малайҙар араһында ойошторолған иң мәртәбәле турнирҙарҙың береһе. КХЛ-дың 30-ға яҡын балалар командаһы ҡатнашҡан ярышты йыл һайын Омск һәм Сочи ҡалалары ҡабул итә. Былтыр ҙа турнирҙың суперфиналында йәш юлаевсылар менән Мәскәү армеецтары осрашҡайны. Быйылғы хәл иткес уйын иртәгә киске сәғәт етенсе яртыла башлана.




