Республикала йөк поездының тимер юл рельстарынан төшөп китеү сәбәбе асыҡланды

Йөк вагонының тимер юл рельсынан төшөп китеү сәбәбе асыҡланды. Хәбәр итеүҙәренсә, быға юлдарҙың насар хәлдә булыуы сәбәпсе. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, тимер юл рельстарының тоташҡан урындары бик насар хәлдә.

Тәфтишселәр төркөмө һәм Стәрлетамаҡтың транспорт буйынса прокурор урынбаҫары ваҡиға урынын тикшерә. Әле тимер юл транспортын ҡулланыу һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарын башҡарыу буйынса тикшереү эше дауам итә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса саралар күреләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрель йөк поездының бер нисә вагоны тимер юлы рельстарынан сыға. Ваҡиға Мәләүездә теркәлә. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ