Өфөлә «Яҙғы бал» сараһы ваҡытында юлдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Өфөлә 25 май көнө киске сәғәт ундан 26 май көнө киске сәғәт туғыҙға тиклем юлдарҙа хәрәкәт итеү сикләнә.

Фото №1 - Өфөлә «Яҙғы бал» сараһы ваҡытында юлдарҙа хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, «Яҙғы бал-2018» сараһы ойошторолоуо сәбәпле, башҡаланың үҙәк урамдарында транспорттарға хәрәкәт итеү тыйыласаҡ.

Киләһе йүнәлештәрҙә: Ленин (Пушкин ур. алып Коммунистическая ур.тиклем), Октябрь революцияһы (Ленин ур. алып Цюрупа ур.тиклем), Пушкин ( Карла Маркстан Цюрупа ур.тиклем), Театр (З. Вәлидиҙән Пушкин ур.т.), шулай уҡ Совет урамында хәрәкәт итеү сикләнәсәк.

Водителдәргә алдан уҡ урап үтеү юлдарын уйлау мөһим.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ