28 апрель Стәрлетамаҡта социаль акция ойоштороласаҡ. Был сара ҡалала тәүге тапҡыр уҙасаҡ. Акцияның маҡсаты- мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеү.
Сараны ойоштороусолар билдәләүенсә, балаларға анимацион тамаша күрһәтеләсәк. Шулай уҡ теләгән бала аквагрим яһата ала. Сараның төп ҡунағы Ирек Зарипов Ванкуверҙа үткән олимпиада хаҡында һөйләйәсәк.
Акция ғаилә-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк. Ҡатнашыу бушлай. Һәр кем был сарала ҡатнаша ала, шулай уҡ, теләгәндәргә төрлө мастер –класстар ойошторорға һәм ирекмән булырға мөмкинлек бар.




