Өфө балалар баҡсаһының береһендә етди етешһеҙлектәр асыҡланған

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте 228-се балалар баҡсаһында тикшереү ойоштора. Белгестәр ҡайһы бер хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлай. Балалар баҡсаһы хәүефле тип таныла.

Тикшереү барышында балалар баҡсаһында санитар талаптарҙы теүәл үтәмәүҙәре асыҡлана. Бәләкәстәр төркөмөндә профилактик дезинфекция буйынса эштәр башҡарылмаған. Шулай уҡ аяҡ һәм өҫ кейемдәре өсөн шкафтар етешмәгән. Бынан тыш, уйынсыҡтарҙы йыуыу эше буйынса етешһеҙлектәр табыла. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙә медкомиссия үтеү һәм яһалған прививкалар тураһында мәғлүмәттәр булмай сыға.

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талабы менән судҡа мөрәжәғәт итә. Суд ыңғай ҡарар сығара. Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк.