Апрель айында «iВолга-2018» йәштәр форумына ҡатнашыусыларҙы теркәү эше башланды. Сара Һамар өлкәһендә алтынсы тапҡыр уҙғарыла.
Форум 26 июлдән 4 августҡа тиклем үтәсәк. Сарала 18 йәштән алып 30 йәшкәсә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн 21 майға тиклем Форум 26 июлдән 4 августҡа тиклем үтәсәк. Сарала 18 йәштән алып 30 йәшкәсә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн 21 майға тиклем һылтанмаһы буйынса теркәлеү мөһим. «iВолга» форумында Волга буйы Федераль округының бар төбәктәренән ике меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Улар менән белгестәр, ғалимдар, билдәле шәхестәр эшләйәсәк. буйынса теркәлеү мөһим. «iВолга» форумында Волга буйы Федераль округының бар төбәктәренән ике меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Улар менән белгестәр, ғалимдар, билдәле шәхестәр эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Башҡортостандан дүрт кеше еңеүсе булды. Улар 650 000 һум күләмендә грант алыуға өлгәштеләр.




