Бөгөн, 25 апрель, Өфөнөң Ю.Гагарин урамында бер малай табыла. Баланың янында ата-әсәһе булмай сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре баланың ата-әсәһенең кем булыуын билдәләй.
Республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс йәшлек малайҙы балалар майҙансығында ҡалдырып, әсәһе үҙ йомоштары менән китә. Тиҙҙән бала әсәһен саҡыра башлай һәм эргә-тирәләгеләр полицияға шылтыраталар.




