Башҡортостанда эшҡыуар ҡатын 38 миллион һум күләмендә аҡса мутлашыуҙа ғәйепләнә

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 37 йәшлек ҡатын күп миллион һумлыҡ мутлашыуҙа ғәйепләнә. Уның артабанғы яҙмышын суд хәл итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда эшҡыуар ҡатын 38 миллион һум күләмендә аҡса мутлашыуҙа ғәйепләнә

Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдан алып 2016 йылға тиклем ҡатын 24 кешенән 26 миллион һум күләмендә аҡса ала. Зыян күреүселәр эшҡыуар менән төҙөлөп ятҡан йортта фатир һатып алыу тураһында килешеү төҙөй. Бынан тыш, автомобиль эштәре менән дә мутлашып, ҡатын дүрт миллион һум аҡса ала. Тағы ла банктарға ялған белешмә тапшырып, һигеҙ миллион һум күләмендә кредит юллай. Артабан кредит бурысы түләнмәй.

Әле ғәйепләнеүсенең мөлкәтенә бик һалынған. Төбәк прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡтағы фатирҙы, таунхаус һәм Байраҡ ауылындағы ер участкаһы 9,4 миллион һумға баһаланған. Енәйәт эше материалдары судҡа тапшырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ