Сибайҙа балаларҙың торлаҡ йортҡа ҡарата хоҡуҡтарын яҡланылар. Балиғ булмағандарҙы йортҡа теркәмәгән булғандар.
Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2014 йылда ике бала әсәһе әсәлек капиталы аҡсаһын Сибайҙа йорт алыуға йүнәлтә. Был йортҡа бар ғаилә ағзаларын, шул иҫәптән балаларын, күсемһеҙ милек өлөшөнә ҡуйырға йөкләмә ала. Тик дүрт йыл дауамында ҡатын йортҡа балалар хоҡуғын теркәмәгән. Был балиғ булмағандарҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотмауҙы аңлата.
Прокурор был етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушты. Суд ыңғай ҡарар сығара.
Фото: Интернет




