"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты сиктәрендә юлдар ремонтлана башланы. Ағымдағы йылда юл селтәренең 16 участкаһын төҙөкләндерәсәктәр.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Свобода, Өфө шоссеһы, Коммунар, Машина төҙөүселәр урамдарында төҙөкләндереү эштәре башланған. Әлеге ваҡытҡа эшселәр бордюрҙарҙы һәм тимер-бетон ҡоролмаларын ҡутарып алыу менән мәшғүл. Атап әйткәндә, бордюрҙар алмаштырыласаҡ .
Урында йәшәүселәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыралар. Айырыуса, ремонт барған урындарҙа. Юлдарҙың ябылыуы хаҡында алдан иҫкәртәсәктәр.
Фото: Интернет




