Баш идаралыҡтарға һылтанып ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда эшләүсе ҡеүәтле предприятиеларҙы инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән үҙемерәк булырға өндәне.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, ҡайһы бер эре компаниялар баш идаралыҡтарҙың Мәскәүҙә йәки башҡа ҡалаларҙа булыуына һылтанып етештереү ҡеүәтен арттырыу, модернизациялау эшенә һүлпән ҡарай. Һөҙөмтәлә былтыр тотош республикала инвестициялар 20 процентҡа кәмене.

Рөстәм Хәмитов: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Башҡортостанда йәшәйбеҙ һәм бөтәбеҙ ҙә республика өсөн яуаплыбыҙ. Бында беҙҙең ғаилә һәм балалар йәшәй, әйҙәгеҙ бергәләп алға үреләйек. Мәскәүҙә ултырған етәкселәргә баш төбәп ултырыу перспективаһыҙ”.

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы инвестиция климатын яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы улытырышында иң ҡеүәтле утыҙ предприятиеның алдағы йылдарға планы тикшерелде. Тап ошо утыҙ компания республика бюджетының төп өлөшөн һәм инвестиция портфелен тулыландыра. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, инвестицияларҙы арттырыу өсөн республика төрлө яҡлап та предприятиеларға ярҙам итә. Һөҙөмтәләр ҙә булырға тейеш. Сөнки Рәсәй Президенты иҡтисадты үҫтереү буйынса ҙур бурыстар ҡуя. Бындай аҙымдар менән юғары күрһәткестәргә өлгәшеп булмаясаҡ, тине ул.

Автор: Айнур Кәбиров.