Былтыр республика прокуратураһы 56 мең мең социаль хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған

2016 йыл менән сағыштырғанда, 21 меңгә аҙыраҡ. Хоҡуҡтарҙы тергеҙеү маҡсатында судҡа 25 мең эш ебәрелгән. Был турала Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров депутаттар алдындағы докладында белдерҙе.

Иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе – эш хаҡын тотҡарлау, тине Андрей Назаров. Был хоҡуҡты 348 эш биреүсе боҙған. Прокуратура ярҙамында халыҡҡа 600 миллион һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы ҡайтарылған. Авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһының үтәлеше лә прокурорҙар контролендә.

Хоҡуҡ һаҡсылары 389 йортто ваҡытында файҙаланыуға тапшырыуға булышлыҡ иткән. Ветеран һәм уларға тиңләштерелгәндәргә фатир бүлеү ҙә прокурорҙар иғтибарында.

Автор: Айнур Кәбиров.