Бурыс күп, табиптар юҡ

Дауахана бурысын табиптар үҙ кеҫәһенән ҡаплай. Ишембай үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре сараһыҙлыҡтан беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Аҡ халатлылар әйтеүенсә, был көнгә уларҙы элекке баш табиптары ҡалдырған. Ул эшләгән осорҙа ла хәл шулай уҡ маҡтанырлыҡ булмаған.

Фото №1 - Бурыс күп, табиптар юҡ

Баш табип урынына баштан ашҡан бурыс ҡына ҡалған. Ишембай үҙәк район дауаханаһына килеп инеү менән беҙҙең ижади төркөмдө тиҫтәләп медицина хеҙмәткәре ҡаршы алды. Уларҙы борсоған һорауҙар күп. Яуап биреүсеһе генә юҡ.

“Бурыстар тураһында беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ. Эш хаҡы ай һайын ҡыҫҡартылып бара. Бурыс ҙур, тик ни өсөн уны беҙ ҡаплайбыҙ? Ни өсөн элекке баш табиптан уны һорамайҙар?”

Луиза Сәғиҙуллина, Ишембай үҙәк район дауаханаһының процедура кабинеты шәфҡәт туташы

Дауаханала дарыуҙар һәм медицина ҡорамалдары етешмәй. Өҫтәүенә, белгестәр ҙә юҡ. Сөнки ваҡытында элекке баш табип тиҫтәләп хеҙмәткәрҙе эшенән бушатҡан. Улар араһында хирург, анестезиолог, кардиолог, лор табиптары ла бар. Хәҙер райондың 90 меңгә яҡын кешеһен хеҙмәтләндереү өсөн белгестәргә көн дә тиерлек эшкә сығырға тура килә. Ә өҫтәмә түләүҙәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Хатта, медицина халаттарын да үҙҙәренә һатып алырға тура килә.

“2009 йылдан бирле эшләйем. Бер ҡасан да премия алғаным юҡ. Ниндәй эш хаҡы ҡаралған, шул тиклем генә алабыҙ. Отпускыға йә ауырыу буйынса эштән киткән кеше урынына хеҙмәт итәбеҙ, әммә был бер нисек тә түләнмәй”.

Динара Нәбиуллина, Ишембай үҙәк район дауаханаһының неврология бүлеге шәфҡәт туташы

Ошо көнгә ҡалдырған баш табип үҙе лә эшенән бушатылған. Ә бурыстар хеҙмәткәрҙәр елкәһендә ҡалған. Ә яңы етәкселек был проблемаларҙы йәнәһе лә тәүгә беҙҙән ишетеүгә һылтанды.

Ун минут дауамында Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы һәм бухгалтер медицина персоналының ялыуын ҡарап сыҡты.

“Дауахана хакимиәтенә ҡарата дәғүәләр минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ. Быға тиклем бер ниндәй ҙә һорауҙар күтәрелмәне. Ялыуҙа әйтелгән һорауҙарҙың 90 проценты миңә бөтөнләй таныш түгел”.

Наталья Бежаева, ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы
Башбат

Дауахананың 17 миллион һумлыҡ бурысы ҡайҙан килеп сығыуын бухгалтерға аңлатырға тура килде. Сөнки баш иҡтисадсы камераны күреү менән аңлатма биреүҙән баш тартып, ҡасыу яғын ҡараны.

“Аҡса “Эш хаҡы тураһында”, тигән статья буйынса түләнә. Был түләүҙе беҙ башҡа статьяларға күсерә алмайбыҙ, сөнки ул социаль яҡлау аҫтында”.

Нәфисә Хәсәнова, Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш бухгалтеры

Ишембай үҙәк район дауахаһы килеп тыуған проблема менән хәбәрҙар. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренең киләһе дөйөм йыйылышында хәл ителәсәк. Әлеге мөрәжәғәттә әйтелгән бар һүҙҙәр ҙә шулай эҙмә-эҙлекле ҡараласаҡ.

Әммә мәсьәләне был ғына хәл итмәй. Беҙҙең сәфәрҙән һуң ялыу яҙып ҡултамға ҡуйыусыларҙы эшенән бушатыу менән янау башланған. Хеҙмәткәрҙәр артабан прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйына.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ