Салауат районының "Хәмиҙуллин" крәҫтиән-фермер хужалығы кооперацияға берләшмәксе

Башлыса игенселек, йылҡысылыҡ йүнәлеше буйынса үҫешкән фермала ауылдың тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәре эшләй.

Фото №1 - Салауат районының "Хәмиҙуллин" крәҫтиән-фермер хужалығы кооперацияға берләшмәксе

Техника яҙғы сәсеү эштәренә әҙер, көндәр йылыныу менән хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре баҫыуға төшөргә ниәтләй. Былтыр гектарынан 16 центнер тирәһе уңыш йыйып алынһа, быйыл хужалыҡ был күрһәткестәрҙе арттырырға иҫәп тота. Һатылһын ғына, ти хужалыҡ етәксеһе. Сөнки йыйып алынған бойҙайҙың 60 проценты бөгөн келәттә һаҡлана. Крәҫтиән-фермерлыҡ эше менән Алик Хәмиҙуллин ун йылдан ашыу шөғөлләнә. Шәрип ауылында йылҡысылыҡ, игенселек йүнәлеше буйынса эшләгән тағы ла дүрт хужалыҡ бар. Яҡын киләсәктә эшҡыуарҙар кооперацияға берләшеп, ҡеүәтле бер нисә берәмек техника һатып алырға ниәтләй.

“Ҡайһы йылдарҙа май байрамдарына тиклем сәсеү тамамлана, быйыл эшкә төшөргә генә торабыҙ”.

Алик Хәмиҙуллин, "Хәмиҙуллин" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Салауат районында төрлө моделле 158 берәмек техника иҫәпләнә. Уларҙың яҡынса 95 берәмеге яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителер, тип көтөлә. Орлоҡтар етерлек күләмдә әҙерләнгән, йылдағыса төбәк баҫыуҙарына бойҙай, һоло, борсаҡ һәм башҡа төр культуралар сәсеү ҡаралған.

“Арышты күберәк сәскән инек, 3,5 мең гектар. Ҡар әҙ булғанлыҡтан бер-нисә гектар эштән сыҡты. Беҙ уны малға ашатасаҡбыҙ”.

Радик Заһретдинов, Салауат районының баш инженеры

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ