Эҙәрмәндәр билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәрендә юлыҡҡан

Һалдат Ростов өлкәһе Обливская районында барған төбәк-ара Хәтер вахтаһы барышында табылды.

Фото №1 - Эҙәрмәндәр билдәһеҙ һалдаттың һөйәктәрендә юлыҡҡан

Ҡаҙыныу эштәре Обливская станицаһы эргәһендә урынлашҡан Фроловка һәм Алексеевка утары янында алып барыла. Был тирәлә 1942 йылдың көҙөндә немец илбаҫарҙары менән аяуһыҙ бәрелештәр теркәлә. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ике көн эсендә генә мең ярым самаһы һалдатын юғалта. Был тирәлә әлегә тиклем ҡаҙыныу эштәре бөтөнләй башҡарылмаған, ер ҡуйынында исеме асыҡланмаған яугир яҡташтарыбыҙҙың күп булыуы ихтимал, тип фаразлай эҙәрмәндәр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ