Башҡортостан егеттәре Рәсәйҙең ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы

Бөгөн тәүге эшелон Санкт-Петербургҡа юлланды. Быйыл яҙғы саҡырылышта республиканан 5 меңдән ашыу һалдат Ватан һағына баҫыр, тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостан егеттәре Рәсәйҙең ҡораллы көстәр сафын тулыландырҙы

Уларҙың 1500-е Көнсығыш, 1200 егет Үҙәк, 900-гә яҡыны Көнбайыш округка оҙатыласаҡ. Бынан тыш, 200-ҙән ашыу һалдат Көньяҡ округҡа, тағы ла 100 кеше Төньяҡ флотҡа алынасаҡ. Бөгөн хәрби частәргә юлланыусыларҙы ата-әсәләре, яҡындары оҙатып, алдағы бер йылды һөҙөмтәле һәм файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне.

“Хеҙмәт итергә мин үҙ теләгем менән китеп барам. Сөнки һәр ир өсөн Ватанын һаҡлау – изге бурыс. Мин әрменән бер аҙ буйға үҫеп, бер-нисә килограм өҫтәп, ысын ир-егет булып ҡайтырмын, тип өмөтләнәм”.

Айҙар Ғафаров, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Бөгөн шулай уҡ егеттәр араһында хәрби комиссариат спорт ярыштары ла уҙғарҙы. Буласаҡ һалдаттар әрме хеҙмәте нормативтарын тапшырҙы. Бәйге еңеүселәренә ил алдындағы бурысын үҙҙәре теләгән ғәскәрҙә үтеү мөмкинлеге бирелә. Был хоҡуҡ менән файҙаланыу өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәр дүрт этаптан торған һынауҙы ситтән тороп үтергә тейеш була. Яҙғы саҡырылыш кампанияһы 15 июлгә тиклем дауам итә.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ