Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы оранжереялары һәм теплицаларында ҡыҙыу эш ҡайнай. Бер йыллыҡ үҫентеләр күптән тамыр нығытҡан. Улар көндәр йылыныу менән ҡаланың үҙәк майҙандарына күсереп ултыртыласаҡ.
Ҡаланы йәшелләндереү хужалығында сәсеү эштәре ғинуарҙа уҡ башлана. Тәүге шытымдар күренеү менән 14 -16 сәғәткә өҫтәмә яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла. Ике аҙна тирәһе ваҡыт үткәндән һуң үҫентеләр махсус һауыттарға күсереп ултыртыла. Уларҙың төптәре йомшартылып, көн һайын тиерлек һыу һибелә. Үҫентеләр 6--7 cантиметр оҙонлоҡҡа етә. Артабан урам шартттарына яраҡлаштырыу маҡсатында сәскәгә төрөлгәнсе шул уҡ һауыттарҙа теплицаға күсерелә.
Теплицаларҙа сәскә орлоҡтарын грунтҡа март аҙаҡтарында ултыртыла. Түтәлдәрҙе утау, үрсемдәрҙе өҫтәмә рәүештә ашлау, һыу һибеү,теплицаны елләтеү һәм тейешле температураны тотоу хеҙмәткәрҙәр иңендә. Күҙ нурҙары һәм ҡул көсө түгеп үҫтерелгән һәр сәскә ҡәҙерле. Йәшеллек һәм матурлыҡ тыуҙырыусылар ҡала халҡы араһында үҫентеләрҙе клумбаларҙан ҡаҙып алыусы, сәскәләрҙе өҙөүсе кешеләр булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Һуңғы өс йылда ғына баш ҡалала биш меңдән ашыу бер йыллыҡ, ике меңгә яҡын күп йыллыҡ сәскәләр ултыртылған. Йәшелләндереү өлкәһендә һандар һәм эш күләме лә ҙур. Быйыл иһә йәшелләндереү хужалығы 261 мең дана бер йыллыҡ сәскәләр үҫтергән. Петуниялар, бәрхәт сәскәләр, циннерариялар тиҙҙән, көндәр йылыныу менән, ҡала халҡы ял итергә яратҡан, үтеп йөрәгән урамдарын биҙәйәсәк. Ә халыҡ һәм баш ҡала ҡунаҡтарына сәскәләргә, йәшеллеккә ҡарата һаҡсыллыҡ булдырырға ғына ҡала.
9 май Еңеү көнө алдынан был сәскәләр ҡала объекттарына махсус композициялар төҙөп ултыртыласаҡ. Ҡаланы төҙөкләндереүселәргә йәшел үҫентеләрҙе һалҡындан ғына түгел, ә вандалдарҙан да күҙ ҡараһылай һаҡларға тура киләсәк.




