Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты, Бишбүләк районы ҡыҙы республика намыҫын "Рәсәй студенты" матурлыҡ конкурсында яҡлаясаҡ. Эльвина Ғәзизуллина дауалау факультетының 3-сө курсында белем ала.
"Һылыуҡай - 2018" республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыуы, Эльвинаға Рәсәй кимәлендәге матурлыҡ бәйгеһенә юл аса. Финал Новосибирск ҡалаһында үтә.
Әйткәндәй, башҡорт ҡыҙҙары "Рәсәй студенты" конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай. Ике йыл рәттән яҡташтарыбыҙ Гран-При менән ҡайтты.




