Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС бүлегендә илле, алтмыш йыл бергә тормош юлын үткән парҙар тәбрикләнде.
Ғаилә байрамдарын ҡаршылаусылар өсөн ҙур концерт программаһы әҙерләгәйне. Үҙешмәкәр коллективтар ололарҙы йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Бәхетле парҙарға Республика Башлығының ҡотлау һүҙҙәре еткерелде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тигеҙ тормош юлын үтеүселәргә туғандары, яҡындары ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. "Тантананы йәштәрсә ҡаршылауҙың сере - бер-береңде ихтирам итеүҙә, хеҙмәт яратыуҙа,"-ти өлкән йәштәгеләр.
Байрам тантанаһы аҙағында бәхетле парҙарҙы бейергә саҡырҙылар. "Загс бүлегендә тағы ла бер вальс әйләнеп, йәшлек йылдарына ҡайтҡандай булдыҡ,"-тип билдәләй Тәслимә менән Мәркәз Әминевтар ҙа. Быйыл улар алтын туйҙарын ҡаршылаған. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаилә әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Башҡортостан, сит илдәр буйлап сәйәхәт итергә яраталар.




