Башҡортостан делегацияның Ҡытайға эш сәфәре дауам итә

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте, Сычуань-Сибай индустриаль паркы һәм Цзюньхэ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау компанияһы араһында Сибай ҡалаһында төҙөләсәк цемент заводы проекты үтәлеше буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документты Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов һәм компанияның идара рәйесе Ли Лэцзюнь ҡултамғалар менән нығытты.

Мәғлүмәт өсөн. Завод 200 миллион долларға баһалана. Тәүлегенә ул 5 мең тонна цемент етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Бынан тыш, индустриаль парк биләмәһендә кальцийланған сода, бетон һәм төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү күҙаллана.