Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәрҙе иҫерек тип танырға рөхсәт ителде

Конституция суды ҡағиҙәләрҙе яңыртырға ҡушты. Был үҙ йәһәтендә иҫерек водителдәрҙең авария урынын ҡалдырып китмәүенә мөмкинлек бирәсәк. Билдәләп үтергә кәрәк, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырыу өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

"Риа Новости" хәбәр итеүенсә, Енәйәт Кодексы ҡасып киткән өсөн енәйәти яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тотмай. Судьялар һынауынса, водитель, иҫерек булыуын йәшерер өсөн, махсус рәүештә авария урынын ҡалдырып китеүе мөмкин. Авария урынын ҡалдырып китеү- иҫерек булыуҙы аңлатмай, шуға күрә бындай осраҡ водителдәр өсөн бик уңай.

Һөҙөмтәлә, суд РФ-тың Енәйәт Кодексының 264 статьяһының икенсе иҫкәрмәһенә үҙгәрештәр индерергә ҡарар сығарҙы. Үҙгәрештәр йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: Интернет