Өфөлә йәшәүсе алты йәшлек Илья Никульшин шәкәр диабеты менән сирләй. Малайға диагноз өс йәшендә ҡуйылған. Баланы дауалау айына 15 мең һумдан артып китә. Бер йыллыҡ запас препараттарҙы "Русфонд" һәм "Мәрхәмәт" хәйриә фондтары һатып алырға ярҙам итәсәк. Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектәге акция дауам итә. Илья Никульшин өсөн 133 мең 675 һум йыйырға кәрәк. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.
Энәләрҙе әҙерләргә, картриджды инсулин менән тултырырға. Екатерина Никульшина улы өсөн шәфҡәт туташы ла. Өс йыл элек ҡатмарлы сиргә диагноз ҡуйылғандан һуң тормош икегә бүленә. Малай үҙен яҡшы тойһон өсөн көнөнә ундан да кәм булмаған укол яһарға кәрәк.
Инсулин помпаһы ярҙамында малайҙың сәләмәтлеге яҡшыра төшкән. Ул спорт менән шөғөлләнә , архитектура буйынса түңәрәккә йөрөй башлаған. Инсулин помпаһы сирле балаға квотаға ярашлы бүленгән, әммә уның өсөн материал һатып алырға ай һайын 15 меңдән ашыу аҡса китә.
Ильяға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Уның өсөн 5542 һандарына ДЕТИ һүҙен яҙып смс ебәреү ҙә етә. Смс хәбәрҙең хаҡы 75 һум. Мобиль оператор талап итһә аҡса күсереүҙе раҫларға кәрәк. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙм өмөт итә.Киләһе йылға бала беренсе мәктәпкә барырға йыйына һәм инсулинды помпа аша алыу уға бигерәк тә әһәмиәтле буласаҡ.




