Республикала почта бүлексәһенән аҡса урлағандар

Архангель районының полиция хеҙмәтенә почта хеҙмәткәренән 25 мең һум күләмендә аҡса юғалыуы хаҡында мәғлүмәт килә. Зыян күреүсе белдереүенсә, билдәһеҙ кеше өҫтәл ҡумтаһында ятҡан аҡсаны алып сығып киткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына сыға.

Фото №1 - Республикала почта бүлексәһенән аҡса урлағандар

Зыян күреүсе почта бүлексәһендә эшләгән була. Хоҡуҡ һаҡсылары, аҡса юғалған бинаны тикшереп сыға. Ишекте емереп инеү эҙҙәре булмай. Ә бинаға һиҙҙермәйенсә инеү мөмкин түгел. Шуға күрә шик аҫтына почта хеҙмәткәрҙәре алына.

26 йәшлек ҡатын аҡсаны урлауҙа ғәйебен таный. Шул уҡ көндө аҡса кире ҡайтарыла. Уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асыла.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ