Бөгөн "Тере еңеү" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына фотоһүрәттәр ҡабул итеү тамамлана. Алдан хәбәр ителеүенсә, проектҡа ҡушылыу өсөн ғаилә альбомынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һаҡланған һәм яугирҙың вариҫтарының хәҙерге фотоларын һайлап алырға кәрәк ине. Артабан гармошка фотоаппараты ярҙамында уларҙың теүәл күсермәһе төшөрөләсәк.
Ойоштороусылар фотоһүрәттәге реквизиттарҙы үҙҙәре таба, кейем, йыһаз өсөн борсолорға кәрәкмәй. Стилистар геройҙарҙы 40-сы йылдарға тура килтереп биҙәндерә. Һәр кем фотоһүрәткә таянып, һуғыш йылдарында йәшәгән яҡын кешеһен кәүҙәләндерә ала. Проект һуңында фотоальбом әҙерләнә. Уларҙы "Рәсәй - минең тарихым" паркында апрель аҙағында күрергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыу бушлай.




