Музыка донъяһы аша мәрхәмәтлеккә

Өфөлә опера йондоҙо Илдар Абдразаҡовтың 1-се Халыҡ-ара музыка фестивале дауам итә. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы "Мәрхәмәт" фонды менән берлектә сираттағы хәйриә концертын ойошторҙо. Билет һатыуҙан килгән барлыҡ килем баш ҡалала уңышлы эшләп килгән Балалар үҫеш үҙәгенә йүнәлтеләсәк. Унда мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр шөғөлләнә.

Фото №1 - Музыка донъяһы аша мәрхәмәтлеккә

Өфөләге Балалар үҫеш үҙәгендә шөғөлләнеүсе малай-ҡыҙҙар бөгөн тулҡынландырғыс мәлдәр кисерҙе. Сәнғәт донъяһына ғашиҡ кескәй йөрәктәр опера йондоҙо Илдар Абдразаҡов алдында сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы "Мәрхәмәт" фонды менән берлектә ойошторолған хәйриә концерты алдынан йәш таланттарҙың йыр-бейеү программаһын ҡараны. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн был майҙан - киләсәккә өмөт һәм ышаныс сатҡыһы ла. Бәләкәй сәхнәнән старт алған малай-ҡыҙҙар Халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ла еңеүҙәр яулай.

“Балалар шундай ихлас һәм эскерһеҙ. Матур итеп йырланылар, бейенеләр, профессиональ кимәлдә фортепианола уйнанылар. Концерттан сәнғәт даръяһын артабан да гиҙергә илһам алдым. Малай-ҡыҙҙарға, уларҙың уҡытыусыларына оло рәхмәтемде еткерәм. Улар сәхнәгә сығып, кешеләргә бәхет, шатлыҡ өләшә”.

Илдар Абдразаҡов, Башҡортостандың халыҡ артисы

Илдар Абдразаҡовтың яңы идеялары ла барлыҡҡа килгән. Киләсәктә ул Балалар үҫеш үҙәгендә шөғөлләнеүселәрҙе үҙе менән бергә ҙур сәхнәгә сығарырға ниәтләй. Әйткәндәй, бында ойошторолған дәрестәргә өс йөҙгә яҡын мөмкинлеге сикләнгән малай-ҡыҙ йөрөй. Ата-әсәләр билдәләүенсә, үҙәктәге профессиональ педагогтар, логопед, психолог, дефектолог һәм терапевтар балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға күп көс һала.

“Бында йөрөй башлағандан һуң үҙгәрештәр бар, әлбиттә. Быға тиклем бөтөнләй һөйләшмәй ине. Хәҙер йырлап та ебәрә”.

Ғәлиә Рәҡипова, Захарҙың өләсәһе

Донъяның иң яҡшы басы Илдар Абдразаҡов балалар менән осрашыуҙан һуң "Мәрхәмәт" хәйриә фонды менән берлектә хәйриә концертын ойошторҙо. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә Башҡортостандың билдәле опера йырсылары сыҡты. Милли симфоник оркестр, классик музыка, тере тауыш һәм изгелек атмосфераһы. Тамашасылар һәр бер сығышты тулҡынланып күҙәтте.

“2015 йылда Илдар Абдразаҡов менән Дмитрий Хворостовский хәйриә концертын ойоштороп, 8 миллион һумға яҡын аҡса йыйғайны. Был матди ярҙам йөҙҙән ашыу баланы дауалауға йүнәлтелгәйне. Һәм бына күп тә үтмәне, беҙ тағы ла изгелек тамашаһы шаһитыбыҙ. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ”.

Айгөл Гәрәева, "Мәрхәмәт" хәйриә фонды президенты
Башбат

Илдар Абдразаҡовтың Беренсе Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә ойошторолған хәйриә концертын ҡарарға бөгөн меңгә яҡын кеше килде. Мәрхәмәтлеккә, изгелеккә ынтылыусылар ярҙамында барлығы өс миллион һумға яҡын аҡса йыйыла. Ул Өфөләге Балалар үҫеш үҙәгендә шөғөлләнгән малай-ҡыҙҙарҙың реабилитацияһына йүнәлтеләсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ