Торналар ҡайтты

Бөгөн беҙҙең ижади төркөм баҫыуға төшкән торналарҙы видеояҙмаға төшөрөп алды. Торналар тубында утыҙға яҡын ҡош иҫәпләнә. Улар юл буйындағы транспорт тауышынан да ҡурҡмай, баҫыуҙа ем сүпләй. Халыҡ һынамыштары буйынса, торналар ҡайтҡас көндәр йылына.

Борондан торна һәр халыҡта изге ҡош һаналған. Илен һаҡлап яуҙа һәләк булған батырҙарҙың йәне торналарға күсә тигән ышаныу йәшәгән һәм тап ошо тематикаға йыр ҙа бар. Торналар тубы күреүҙе бәхеткә юрағандар. Был ҡошто атыу тыйыла, халыҡта уның ғүмерен ҡыйыусының ғаиләһенә ҡайғы килә, тигән инаныу ҙа йәшәй.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.