Башҡортостанда йәшәүселәрҙең килеме түбәнәйгән

Башҡортостанда халыҡтың килеме тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Ағымдағы йылдың ғинуар һәм февраль айҙарына бер кешенең уртаса айлыҡ килеме 25 104 һум тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, төбәктә йәшәүселәр әҙерәк хеҙмәт хаҡы ала башлаған.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүселәрҙең килеме түбәнәйгән

Уҙған йылда уртаса килем 25151,2 һум тәшкил иткән. Килемдәрҙең үҙгәреүе менән, ҡулланыусыларҙың сығымдары ла үҙгәрҙе. Быйыл халыҡтың йомортҡа, он, шәкәрҙе күпләп алырға мөмкинлеге ҙур, ә ит, балыҡ, май һәм икмәк продукцияларына сығым күберәк китә.

Башҡортостанда йәшәүселәргә айына 79,2 кг һыйыр ите, йәки 1 013,7 кг картуф һатып алырға, йә иһә автомобиленә 590,4 литр яғыулыҡ ҡойорға мөмкинлеге бар. Шулай уҡ 11 салбар йәки 15 күлдәк, 12 юбка или 13 блузка һатып алыуға аҡсаһы етә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ