ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө урамдарында бурыслыларҙы билдәләне. Юл инспекторҙары водителдәрҙе туҡтатып, уларҙы түләнмәгән бурыстар базаһы буйынса тикшереп, суд приставтарына тапшыра.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә юл инспекторҙары тиҫтәнән ашыу бурыслыны билдәләй. Водителдәр шәхси милектәренә бик һалдырмау өсөн, урында уҡ бурыстарын яба. Бер нисә сәғәт эсендә илле мең һум күләмендә бурыс ҡайтарыла.
Тик алты водитель үҙ транспорттарынан ҡолаҡ ҡаға. Ҡағиҙә буйынса, машинаны ҡайтарыу өсөн, тәүҙә бурысты ҡаплар кәрәк. Бынан тыш, 16 млн. Һум күләмендә бурысы йыйылған маршрут автобусы бик аҫтына алына.
Фото: Интернет.




