Республикала талпан энцефалиты менән зарарланыуҙың тәүге осрағы теркәлде

Республикала был миҙгелдә энцефалитлы талпандан тешләнеп, зыян күреүсе теркәлде. Зарарланыусыға апрель айында талпан ҡаҙалған була. Был хаҡта Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте хәбәр итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙынсы апрелдән төбәктә талпандарҙың әүҙемләшеүе хаҡында иғлан ителә. Ике аҙна эсендә республика дауаханаларына 118 кеше мөрәжәғәт итә, шул иҫәптән ҡырҡ бала. Тәүге аҙнала 19 кешегә талпан ҡаҙала, ә икенсе аҙнала иһә тағы ла йөҙ кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Эпидемиология һәм гигиена үҙәктәрендә кешеләргә ҡаҙалған 95 талпан энцефалит вирусына тикшерелә. Һөҙөмтәлә, бер талпан зарарлы тип табыла.