Республикала талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойошторола

Башҡортостанда Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойоштора. 1 майҙан 15 майға ҡәҙәр сәғәт ундан дүрткә тиклем ҡыҙыу линияға шылтыратып, кәңәш алырға мөмкин буласаҡ.

Фото №1 - Республикала талпан энцефалитын профилактикалау буйынса ҡыҙыу линия ойошторола

Ведомство белгестәре, әгәр талпан ҡаҙала ҡалһа, уны нисек алырға, ҡайҙа алып барырға, энцефалитлы булһа, ни эшләргә һорауҙары буйынса яуап бирәсәк. Шулай уҡ граждандарға, ҡайҙа прививка эшләтергә мөмкин булыуы хаҡында хәбәр итәсәктәр. Шылтыратыуҙар 8-800-700-90-30 телефон һандары буйынса ҡабул итәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда вируслы талпандан тешләнеү осрағы теркәлде. Был апрель айында була. Республикала миҙгел башынан 118 кешегә талпан ҡаҙалған. , Башҡортостанда вируслы талпандан тешләнеү осрағы теркәлде. Был апрель айында була. Республикала миҙгел башынан 118 кешегә талпан ҡаҙалған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ