Өфөлә экологик акция сиктәрендә ағас ултыртасаҡтар

Совет районында экологик өмә үтәсәк. 5 май көнө урында йәшәүселәргә «Муйыл баҡсаһын» ултыртыуҙа үҙ өлөшөн индерергә форсат буласаҡ. Сара «Аркада» сауҙа үҙәге янында үтәсәк.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, муйыл сәскәһе һәм япраҡтары тәбиғәт өсөн бик файҙалы. Ағастан бүленеп сыҡҡан фитонцидав һауаны таҙарта, серәкәй һәм талпандарҙы юҡ итеүгә йоғонто яһай. Шулай уҡ муйыл ағасы-үҙе бер матурлыҡ.

ЭКО-акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Башлана- 16.00 сәғәттә. Сарала ҡатнашыусыларға, ағасты тап һеҙҙең ғаилә ултыртыуы хаҡында исемле сертификат тапшырыласаҡ