26 апрель билдәле яҙыусы һәм журналист Тайфур Сәғитов 83-сө йәшендә вафат булды. Шәхес менән хушлашыу иртәгә, 27 апрель көнө үтә.
Республика Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, Тайфур Барый улы Сәғитов 1936 йылдың 15 апрелендә Аҙнағол ауылында тыуа. 1957 йылда урта мәктәпте тамамлай. Шул уҡ ваҡытта ул почта таратыусы булып эшләп йөрөй. Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ була. 17 йәшендә яҙыусыныңтәүге шиғыры донъя күрә.
Артабан Тайфур Сәғитов хәбәрсе булып эшкә төшә һәм БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ республика матбуғатында уның материалдары баҫылып сыға.




