Өфөлә Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған сара үтәсәк

Башҡорт Дәүләт филармонияһы«DANCE… TANZEN… ТАНЕЦ… БЕЙЕҮ…» тип аталған сара әҙерләй. Бейеү байрамы 27 апрель көнө үтәсәк.

Фото №1 - Өфөлә Халыҡ-ара бейеү көнөнә арналған сара үтәсәк

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, филармония солистары төрлө жанрҙағы программа күрһәтәсәк. Төрлө милләттәрҙең халыҡ бейеүҙәре башҡарыласаҡ, атҡаҙанған артистар сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ концертта филармонияның талантлы балалары ҡатнашасаҡ. Программаның режиссеры-Республиканың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Байрам концерты сәғәт етелә башлана. Сара Халыҡ-ара бейеү көнөнә арнала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ